-10 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Сентябрь , 13:47

Иртәгә Өфөлә “Бала саҡты ҡайтарырға” байрамы башлана

16 сентябрҙә Башҡортостанға Волга буйы федераль округы төбәктәрендәге балалар йорттары тәрбиәләнеүселәре йыйыласаҡ.  Өфө алтынсы тапҡыр “Бала саҡты ҡайтарырға” тигән ҙур байрамды үткәрә. 20 сентябргә тиклем барасаҡ был байрамға округ төбәктәренән 500 бала килә.  

Иртәгә Өфөлә “Бала саҡты ҡайтарырға” байрамы  башлана
Иртәгә Өфөлә “Бала саҡты ҡайтарырға” байрамы башлана

Балаларҙы күңелле ижади һәм спорт конкурстары көтә:  «МастерОк», «Бала саҡ йондоҙҙары», «Аҡыллы баш», кулинарҙар ярышы, пилотһыҙ системаларға идара итеү буйынса дәрестәр, экскурсиялар,  дискотекалар, баскетбол, футбол, теннис  турнирҙары, колледждарға  барып, профессиялар тураһында белем алыу,  билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре, спортсылар, блогерҙар ҡатнашлығында оҫталыҡ дәрестәре  –  нимә генә булмай был шәп сара барышында.

Байрам  ҙур  концерт менән тамамланасаҡ. Еңеүселәрҙе ҡиммәтле приздар һәм ил күләмендә билдәле булыу мөмкинлеге  көтә.  

Социаль проект РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты  һәм Башҡортостан Хөкүмәте булышлығы менән тормошҡа ашырыла.

 

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас