-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Сентябрь , 10:03

Күмертау гимназияһында Диҡҡәт Бураҡаев исемендәге кабинет асылды

М.Ғ. Рәхимов исемендәге 3-сө Башҡорт гимназия-интернатында көндән-көн алға барыу күҙәтелә. Киләсәк быуынды белем үрҙәренә әйҙәү менән бергә, тарихҡа, мәҙәниәткә, илһөйәрлеккә хөрмәт үҫтерелә.

Күмертау гимназияһында Диҡҡәт Бураҡаев исемендәге кабинет асылды
Күмертау гимназияһында Диҡҡәт Бураҡаев исемендәге кабинет асылды

Белем байрамы көнөндә гимназияла яҡташыбыҙ Диҡҡәт Бураҡаевҡа арналған география кабинеты асылды. Был көндө Башҡортостан Мәғариф министрлығы милли мәғариф идаралығының төп бҽлгҽсҽ-экспҽрты Рәмилә Рәхимова, Күмертау ҡалаһының почетлы гражданы, Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры Рәйсә Сырлыбаева, Күмертау ҡалаһы депутаты Маргарита Моратбаҡыева, кинорежиссер, сценарийҙар авторы, рәссам, йәмәғәт эшмәкәре Таңсулпан Бураҡаева һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан батыр ағайҙарыбыҙ ҙа килгәйне.

Таңсулпан Диҡҡәт ҡыҙы кабинетты асҡанда, шатлыҡ күҙ йәштәренә төйөлөп, гимназиябыҙ директоры Түлегәнова Әнисә Сәғит ҡыҙына, география уҡытыусыһы Илдар Хөрмәт улына оло рәхмәтен белдерҙе. Диҡҡәт Бураҡаев исемендәге география кабинетын арҙаҡлы ғалим, геология-минералогия фәндәре кандидаты, балалар яҙыусыһы, журналист-публицист Диҡҡәт Насретдин улы Бураҡаевтың бүләсәре  Диҡҡәт Бураҡаев һәм гиназия директоры Әнисә Сәғит ҡыҙы асты.

Шулай итеп, 2025 йылдың 1 сентябрендә Диҡҡәт Бураҡаев исемендәге география кабинеты асыҡ тип иғлан ителде. Гимназиябыҙҙан  иле, халҡы өсөн эшләр йәш ғалимдар артабан да сығыр әле.

Йәмилә РАМАЗАНОВА.

Күмертау гимназияһында Диҡҡәт Бураҡаев исемендәге кабинет асылды
Күмертау гимназияһында Диҡҡәт Бураҡаев исемендәге кабинет асылды
Күмертау гимназияһында Диҡҡәт Бураҡаев исемендәге кабинет асылды
Күмертау гимназияһында Диҡҡәт Бураҡаев исемендәге кабинет асылды
Күмертау гимназияһында Диҡҡәт Бураҡаев исемендәге кабинет асылды
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас