-23 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Сентябрь 2025, 15:13

Моңло балаға “Салют” үҙәге ҡанат ҡуйған

Ринат Нәбиуллин иҫ белә башлағандан алып музыка менән мауыға. Ләкин музыканы 14 йәшендә генә ныҡлап өйрәнә башлай. Өс йыл буйы үҙ аллы күнегә ул. Шул ваҡыт эсендә ҡара тырыш үҫмер хатта тиҫтерҙәрен дә уҙып китә. Әле Ринат Өфө сәнғәт училищеһында уҡып йөрөй.

Егет һаулығы менән дә башҡаларҙан айырылыбыраҡ тора. Унда аутизм билдәләре асыла, әммә ата-әсә  үҙҙәрен дә, улын да уның ҡәҙимге бала булыуына инандырырға тырыша.

Дауаланмайынса булмай, әлбиттә. Ринатты Өфөләге “Салют” республика реабилитация үҙәгенә алалар. Үҙәк шуныһы менән айырылып тора: унда һәләтле балаларҙың һәләттәрен үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә.

Видеоға Ринаттың бирелеп пианинола уйнағаны яҙылған. Музыкаға мөкиббән егеткә, үҙ тырышлығы, ныҡымышлығына өҫтәп, “Салют” та дарман өҫтәгәндер, моғайын.

Ринаттың таланты яңы үҫеш алһын, уға яңы бейеклектәр буйһонһон!

Мәғлүмәт һәм видео Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге төркөмөнән.

Моңло балаға “Салют” үҙәге ҡанат ҡуйған
Моңло балаға “Салют” үҙәге ҡанат ҡуйған
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас