-4 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Сентябрь , 15:14

Мах мессенджерының һәйбәт яҡтарын беләһегеҙме?

Мах милли мессенджерының һәйбәт яҡтары тураһында Башҡортостан Дәүләт идараһын цифрлы үҫтереү министры Геннадий Разумикин һөйләй:

Мах мессенджерының һәйбәт яҡтарын беләһегеҙме?
Мах мессенджерының һәйбәт яҡтарын беләһегеҙме?

“Беҙҙә милли мессенджер булдырыу тураһында ил Президентының указы сыҡҡайны, һәм Хөкүмәттең норматив документтары менән Мах шундай милли мессенджер итеп билдәләнде. Бындай практика  бөтә донъяла ҡулланыла. Мәҫәлән, Ҡытай тотошлайы менән  WeChat  мессенджерында йәшәй. Ул – маркетплейс  та, аралашыу сараһы ла, түләүҙәр сараһы ла, йәғни күп функциялы платформа. Шуға Рәсәй Федерацияһында бындай платформаны булдырыу – ҙур плюс. Рәсәйҙәрҙең шәхси мәғлүмәттәрен илебеҙ эсендә һаҡлау кәрәклеге бер кемдә лә бәхәс тыуҙырмайҙыр, ә нәҡ ошо – башҡа мессенджерҙарға ҡарата белдерелгән төп дәғүә. Техник яҡтан, минеңсә, барыһы ла аңлай:  интернетта яҙыуҙарынса, кеше артынан шпионлыҡ итеү кеүек мөмкинлекте бер платформа ла (Андроидмы ул, Apple IOS-мы)  бер ҡушымтаға  ла бирә алмай. Ҡағиҙә булараҡ, һәр  ҡушымтаға рөхсәт һеҙ үҙегеҙ биргән күләмдә генә бирелә. Йәғни  контакттарға, микрофонға, камераға инеүгә рөхсәт”.

Министр шулай уҡ Мах-тың мобиль интернет булмағанда ла эшләүен билдәләй.

"Мессенджер Мах бикләүҙәр ваҡытында эшләй. Беҙ быны һуңғы бикләүҙәр ваҡытында операторҙар менән тикшерҙек: ул бик яҡшы эшләй, — ти Геннадий Разумикин. – Әле милли мессенджерҙы популярлаштырыу буйынса әүҙем эш алып барыла. Бәлки, граждандар уны уңайлыраҡ, файҙалыраҡ тип табыр ҙа әүҙем  шунда күсер. Әммә был ҡануниәт тарафынан нығытылмаған”.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас: