10 йәшлек Сережа юғалып ҡалмай, палатка ҡуя, төндө шунда үткәрәләр. Ә иртән яҡтырыу менән яҡындағы ауылды эҙләп китә. Иң яҡыны бер нисә километрҙағы Айыс була. Сережа яңғыҙы ауылға барып етеп, ҡотҡарыусыларҙы алып килә. Был хәл 18 сентябрҙә була.
Кисә Октябрь район хакимиәте башлығы Антон Тарасов бәләкәй батырға рәхмәт белдерҙе, бүләк тапшырҙы. Малайҙың атаһы ла һауығып килә ти.
Сығанаҡ: Башинформ.