"Команданың капитаны булараҡ, мин эшебеҙҙең яйлы барыуы өсөн яуаплымын. Беҙ – операторҙар ғына түгел, беҙ – бер бөтөн. Төп маҡсатыбыҙ – дәғүәсенең стратегияһына яраҡлаша белгән робот яһау. Лайыҡлы дәғүәселәрҙе осратырбыҙ һәм баһалап бөткөһөҙ тәжрибә алырбыҙ тип көтәм», – ти Ольга Бражникова, «Ольга һәм миньондар» командаһы капитаны.
Тимур Чернов, команда ағзаһы, былай ти: «Мин һәр узелдың конструкцияһы һәм ышаныслылығы өсөн яуаплы. Беҙ, стандарт булмаған инженерлыҡ эшләнмәләрен ҡулланып, роботыбыҙҙы маневрлыраҡ иттек. Алыш көсөргәнешле булыр тип уйлайым, һәм әҙерлегебеҙ еңеүгә илтер тип ышанам”.
"Был – күләмле халыҡ-ара майҙанда тәүге тәжрибәбеҙ. Беҙ роботыбыҙҙы оҙаҡ әҙерләнек, уны функциональ ғына түгел, ә стандарт булмаған һөжүмдәргә лә бирешмәҫлек итергә тырыштыҡ. Ҡыҙыу алыштар көтәм һәм тактикабыҙ уңышлы булыр тип ышанам», – ти «Ольга һәм миньондар» командаһы ағзаһы Богдан Сәғәҙиев.
“Иң ҡатмарлыһы — роботтың тиҙ үҙгәреүсән мөхиттәге тәртибен программалау. Беҙ бер нисә уникаль алгоритм өҫтәнек һәм әле уларҙы һынау полигондарында тикшерәбеҙ. Чемпионатта ҡатнашыу – төбәктәрҙән килгән студенттарҙың да киләсәккә идеялары барлығын күрһәтеү мөмкинлеге ул», – ти команда ағзаһы Азалия Вахитова.
Команданы ӨФһТУ остаздары Азат Дәминов (программалау), Сергей Гусятников (конструкциялау) һәм Ришат Хөсәйенов (дөйөм әҙерлек) күнектерә һәм әҙерләй.
Сергей Гусятников әйтеүенсә, "робот техникаһы менән шөғөлләнеү балаларҙы техник ижадҡа өйрәтә, уйларға һәм фекерләргә мәжбүр итә. Унда математика, физика, электроника буйынса белемдәр кәрәк. Йәш инженерҙар – беҙҙең фәндең киләсәге”.
«Роботтар алышы» трансляцияһын 11 октябрҙә ӨТһФУ Стәрлетамаҡ филиалының онлайн берләшмәләрендә ҡарарға мөмкин буласаҡ. “Ольга һәм миньондар”ға уңышлы сығыштар!
Фото: ӨФһТУ матбуғат хеҙмәте.
Мәғлүмәт сығанағы: “Молодежная газета” гәзите.