Үҙәк менән берлектә “Башинком” буласаҡ биологтарҙы, микробиологтарҙы, биотехнологтарҙы тәрбиәләү менән шөғөлләнәсәк. Шулай уҡ балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең үҫемлектәр донъяһына ҡағылышлы белемдәрен арттырыуға ла көс һаласаҡ.
Күптәр баҡсасылыҡта “Башинком”дың препараттарын ҡуллана, бөтә баҡсасылар, сәскә, гөл үҫтереүселәр “Гуми” йә “Фитоспорин” менән таныштыр, моғайын.
Шул уҡ көндө Дим районының Магистраль урамында Сәнәғәтселәр аллеяһына ла нигеҙ һалып ҡуйҙылар. Бында 200-ләп төп ағас, ҡыуаҡ, сәскәле үҫемлектәр ултыртылды. Һәр береһенең төбөнә “Кормилица Микориза”, “33 Богатыря”, “Фитоспорин”, “Гуми” кеүек файҙалы препараттар һалып ҡалдырҙылар, сөнки сараның бағыусыһы “Башинком” булды.
Фотолар: "Башинком"дың ВК төркөмөнән.