Һәйкәл менән бәйле эшләрҙе атҡарыусылар алдында бик ҙур һәм яуаплы бурыс тора. Уны уңышлы башҡарып сығыу өсөн илдең иң яҡшы реставраторҙары йыйылған. Милли хазинабыҙҙы ҡотҡарыр өсөн тейешенсә йыһазландырылған уникаль цех асылған. Барлыҡ әҙерлек эштәре теүәлләнгән.
Батырыбыҙҙың һәйкәлен ваҡыт аямаған. Ҡомартҡыны яңыртып, нығытып, урынына ҡайтарыу – тарихыбыҙға тәрән хөрмәт һәм киләсәк тураһында оло хәстәрлек ул.