+6 °С
Ямғыр
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Октябрь , 10:49

Бөгөн Башҡортостан Ҡурай көнөн билдәләй

Бөгөн, 10 октябрҙә, Башҡортостан тәүге тапҡыр Ҡурай көнөн билдәләй. Уны республика Башлығы былтыр октябрҙә иғлан иткәйне. "Ҡурай – музыка ҡоралы ғына түгел. Ул башҡорт халҡының символы, быуындарҙы берләштергән мөһим элемент, башҡорт халҡының рухы. Шуға 10 октябрҙе республикала Ҡурай көнө тип иғлан итергә ҡарар ҡабул иттек", – тигәйне Радий Хәбиров былтыр Башҡорт дәүләт филармонияһында үткән Республика дәүләт ҡурайсылар ансамбле менән таныштырыу кисәһендә.

Бөгөн Башҡортостан Ҡурай көнөн билдәләй
Бөгөн Башҡортостан Ҡурай көнөн билдәләй

Шулай итеп, Ҡурай көнө менән бер ҡатарҙан Республика дәүләт ҡурайсылар ансамбле лә барлыҡа килгәйне.   

Быйыл Ҡурай көнө айҡанлы Башҡортостанда күп төрлө саралар үтә.

Башҡортостан Ҡурайсылар союзы ағзалары, Әбйәлил районы урмандарына сығып,  ҡурай йыйып ҡайтты.

Милли музейҙа “Ҡурай – башҡорт халҡының рухы” тигән күргҙәмә асылды. Унда мәшһүр ҡурайсыларыбыҙҙың ҡурайҙары, сәхнә кейемдәре һәм башҡа ҡомартҡылар ҡуйылған.

Өфөлә ҡурайсыларҙың Әҙеһәм Исҡужин исемендәге VIII асыҡ ҡала конкурсы үтте. Унда республикабыҙҙың һәм Силәбе өлкәһе Арғаяш районының ҡурайсылары оҫталығын  күрһәтте.

Бөгөн Дәүләт ҡурайсылар ансамбле “Башҡортостан” концерт залында ҙур концерт менән  сығыш яһай. Ансамблдә юғары профессиональ белемле 30 музыкант эшләй.  Улар – ҡурайсылар, думбырасылар, соло-гитара, бас-гитара, клавишалы, һуҡма ҡоралдарҙа уйнаусылар, йырсылар һәм бейеүселәр. Коллективтың етәксеһе – Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Азат Айытҡолов.

Ҡурай көнө ҡотло булһын! Ҡурайыбыҙ йәшәһен!

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас: