+6 °С
Ямғыр
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Октябрь , 11:11

Байназарҙар маскировка селтәре үрә

Байназар урта мәктәбе уҡыусылары, уҡытыусылары һам техник хеҙмәткәрҙәре уҡыуҙан тыш ваҡытта маскировка селтәре бәйләү менән мәшғүл. Махсус хәрби операцияла илебеҙ, еребеҙ өсөн һуғышҡан яугирҙарыбыҙ өсөн был селтәрҙең кәрәге тейер тип уйлайым. Тиҙҙән райондан оҙатыласаҡ гуманитар ылауға әҙерләп тә ҡуйҙыҡ. Тиҙерәк илебеҙгә еңеү килһен, яугирҙарыбыҙ имен-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһын тигән теләктә бөтә уҡыусылар ҙа тырышып эшләне.

Байназар ҡатын-ҡыҙҙарының "Изгелек" төркөмө лә маскировка селтәре эшләүҙә әүҙем ҡатнаша. Ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы етәксеһе Яҡшыбаева Фәниә Солтангәрәй ҡыҙы менән бик күп изге эштәр башҡаралар. Был мөһим һәм изге эштә лә бар күңелен биреп эшләйҙәр. Селтәргә һәр таҫманы бәйләгән саҡта улар тиҙерәк тыныслыҡ урынлашыуын теләй.

ТЕЛӘҮСИНА Диана,
Байназар урта мәктәбе уҡыусыһы.

Байназарҙар маскировка селтәре үрә
Байназарҙар маскировка селтәре үрә
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас: