+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
15 Октябрь 2025, 09:11

Аҡъярҙа һәйкәл асылған

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа махсус хәрби операция яугирҙәренә һәйкәл асылған. Һәйкәл асыу тантанаһын райондың 95 йыллыҡ юбилейына тура килтергәндәр.

Аҡъярҙа һәйкәл асылғанАҡъярҙа һәйкәл асылған
Аҡъярҙа һәйкәл асылған

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа махсус хәрби операция яугирҙәренә һәйкәл асылған. Һәйкәл асыу тантанаһын райондың 95 йыллыҡ юбилейына тура килтергәндәр.

Хәйбулла район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповтың тантанала әйткәненсә, был һәйкәл – үткәндәрҙе онотмау билдәһе генә түгел, киләсәккә васыят та ул: тыныслыҡтың ҡәҙерен белегеҙ, тыныслыҡты һаҡлағыҙ.

Тантанала район халҡы, МХО яугирҙәре, уларҙың яҡындары ҡатнашҡан. Бөйөк Ватан һуғышының райондағы иң һуңғы иҫән ветераны, 102 йәшлек Фәтхулла Әһлиулла улы Юламанов иң ҙур ҡунаҡ булған.

Сығанаҡ: Башинформ.

Аҡъярҙа һәйкәл асылған
Аҡъярҙа һәйкәл асылған
Аҡъярҙа һәйкәл асылған
Аҡъярҙа һәйкәл асылған
Аҡъярҙа һәйкәл асылған
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас