-10 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Октябрь , 16:34

Бөгөн донъя Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнөн билдәләй

Бөгөн бөтә донъяла Халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө билдәләнә. Ауыл апайҙарының тормош-көнкүреше үҙе бер ҡаһарманлыҡ кеүек. Ауылда мәшәҡәт күберәк, уңайлыҡтар әҙерәк,  донъя көтөү ҡатмарлыраҡ. Хикмәте хатта мал йә ҡош-ҡорт тотоу-тотмауҙа ғына ла түгел. Малһыҙ ҙа етерлек.

Бөгөн донъя Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнөн билдәләй
Бөгөн донъя Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнөн билдәләй

 

Ауыл апайҙары үҙ донъяһын ғына көтөп ултырмай, эшкә лә йөрөй. Улар илде ит, һөт, йәшелсә менән тәьмин итеүгә күп көс һала.

Ауыл апайҙары ғаилә ҡарай, балалар үҫтерә, ейәндәрен тәрбиәләшә.

Байрамығыҙ менән, хөрмәтле ауыл апайҙары, инәйҙәре, еңгәйҙәре! Оҙон ғүмерле, бәхетле, сәләмәт, көр күңелле булығыҙ, ауылдың эшсән ҡатын-ҡыҙҙары!

Ауыл апайҙары махсус хәрби операция яугирҙәренә ярҙамға ихлас ҡушыла.

Фотоларҙа:  республиканың төрлө райондарында эшләп килгән  М. Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы ағзалары .

1.Архангел районы Краснокуртовка ауыл хакимиәте хеҙмәткәрҙәре инвалидтың ғаиләһенә ярҙам итә, өй эштәрен башҡара, утын өйә.

2.Ошо уҡ райондың Шакир ауылы апайҙары 90-сы маскировка селтәрен үрә.

3.Учалы районы ирекмәндәре 1500-сө(!) маскселтәрҙе өлгөрткән.

4.Ейәнсура районы апайҙары яугирҙәргә туҡмас  ҡырҡа.

5.Дүртөйлө районы Иҫке Яндыҙ ауылыныҡылар банкаларға борщ әҙерләмәһе яба.

6.Федоровка районы ирекмәндәре “Йәшел Башҡортостан” акцияһы барышында МХО яугирҙәренә арналған Хәтер аллеяһына ағастар ултыра.

Фотолар: Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабының телеграм-каналы.

Бөгөн донъя Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнөн билдәләй
Бөгөн донъя Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнөн билдәләй
Бөгөн донъя Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнөн билдәләй
Бөгөн донъя Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнөн билдәләй
Бөгөн донъя Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнөн билдәләй
Бөгөн донъя Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнөн билдәләй
Бөгөн донъя Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнөн билдәләй
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас