
Донъя беренселегендә Рәсәй йыйылма командаһы, ике алтын һәм өс бронза миҙал яулап, бик һәйбәт һөҙөмтә күрһәтте.
Рәсәй йыйылма командаһына 37 спортсы инде. Улар араһында – донъя, Азия, Рәсәй беренселектәре еңеүселәре һәм призерҙары. Ошо бик көслө командала Башҡортостан шахматсыһы Ләйлә Табермакова ла бар ине. Ул “Толпар” спорт клубында шөғөлләнә.
Ярыштар швейцар системаһы буйынса 11 турҙа уҙа. Ләйлә 16 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар төркөмөндә көс һынаша. Шахмат таҡталары алдында донъяның 113 шахматсыһы осраша.
Ләйлә турҙан турға ышаныслыраҡ уйнай. Македония, Франция, Азербайжан, Ҡытай, Коста-Рика, Норвегия, Һиндостан, Сербия, Польша һәм Ҡаҙағстан шахматсыларын еңә. Һәр партия 4-5 сәғәт дауам итә һәм ныҡлыҡҡа һынау була.
Һуңғы 11-се турҙа Ләйлә Табермакова көслө уйынсы Пришита Гупта менән осраша. Был көсөргәнешле алышта Рәсәй спортсыһы ышаныслы еңеү яулай. Бөтә раундтар йомғаҡтары буйынса Ләйлә Табермакова бер нисә дәғүәсе менән тигеҙ мәрәйҙәр йыя һәм 5-7-се урындарҙы бүлешә.
Яҡшы уйын һөҙөмтәһендә Табермакованың рейтингы 130 пунктҡа үҫә. Шулай итеп, донъя беренселегендәге уңыштары Ләйләнең донъя шахматындағы рейтингын ныҡ күтәрә.
Ләйләгә халыҡ-ара ярыштарҙа еңеүҙәр юлдаш булһын!
Сығанаҡ: Башинформ.