Рәсәй студенттары йәмғеһе 25 миҙал яулаған, шуның 13-ө – алтын. Беҙҙең илдән Мәскәү дәүләт университеты, Рәсәй Халыҡтар дуҫлығы университеты, Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты, Новосибирск дәүләт университеты, Мәскәү физика техник университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты, Ҡалмыҡ дәүләт университеты студенттары ҡатнашҡан.
Ярыштар химия специальностары һәм башҡа йүнәлештәр буйынса үткән.
Олимпиадала Азербайжан, Әрмәнстан, Беларусь, Бөйөк Британия, Иран, Италия, Ҡаҙағстан, Ҡытай, Рәсәй, Үзбәкстан һәм Тажикстан вуздарынан 100 студент, Төркмәнстан вуздарынан 150-нән ашыу студент ҡатнашҡан.
Еңеүселәрҙе Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко менән юғары белем һәм фән министры Валерий Фальков ҡотлаған.
Вадим Харисов Республика инженер лицей-интернатында уҡыған сағында Сәғүд Ғәрәбстанында үткән Халыҡ-ара химия олимпиадаһынан алтын миҙал алып ҡайтҡайны. Вадим шулай уҡ Швейцария, Ҡаҙағстан һәм Ҡытайҙа үткән ярыштарҙа ла иң яҡшы күрһәткестәр яулағайны.
Вадимдың уңыштары өсөн шатланабыҙ! Яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ!
Сығанаҡ: Башинформ.