+6 °С
Ямғыр
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Октябрь , 13:05

Бөгөн Милли бейеү көнө!

Бөгөн Башҡортостан беренсе тапҡыр Милли бейеү көнөн билдәләй. Республика Башлығы Радий Хәбиров Указы менән 21 октябрь Милли бейеү көнө тип иғлан ителгәйне.

Бөгөн  Милли бейеү көнө!
Бөгөн Милли бейеү көнө!

Был дата осраҡлы түгел. 21 октябрь – башҡорт бейеүе тарихына исеме алтын хәрефтәр менән яҙылған хореограф һәм балетмейстер Фәйзи Ғәскәровтың тыуған көнө. Уның Башҡортостан сәнғәтенә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. БАССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, “Почет Билдәһе” ордены кавалеры, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Фәйзи Ғәскәров башҡорт хореография сәнғәтенә нигеҙ һалған, тәүге башҡорт халыҡ бейеүҙәре ансамблен ойошторған һәм уға етәкселек иткән. 

Бөгөн “Башҡортостан” дәүләт концерт залы гөр килеп торасаҡ. Республиканың бейеү сәнғәте оҫталары башҡорт хореографияһының алтын фондын тәшкил иткән легендар бейеүҙәрҙе күрһәтәсәк. Сәхнәлә Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүе ансамбле, “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбле, Учалы филармонияһының “Уралтау” бейеү ансамбле, Нефтекама филармонияһының “Түңгәүер” бейеү ансамбле, “Сибай” халыҡ бейеү ансамбле, Стәрлетамаҡ бейеү ансамбле һәм башҡалар сығыш яһаясаҡ.

Сығанаҡтар: Башинформ, БР Мәҙәниәт министрлығы сайты.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас: