
Бронза һәйкәл Нидерландты Наполеон ғәскәрҙәре оккупацияһынан ҡотҡарыуҙың 200 йыллығы уңайынан ҡуйылған. 1813 йылдың ноябрендә Рәсәй армияһы генералы Бенкендорф менән башҡорт атлылары Эйссель йылғаһын кискән һәм Нидерландты Наполеондан азат итеү операцияһын башлаған.
Проекттың авторы – Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы Александр Таратынов. Һәйкәлгә аҡсаны Башҡортостан халҡы ла йыйышты. Сығымдарҙың яртыһын, 150 мең евроны, проект инициаторҙары булған Хеерде һәм Олст-Вейе муниципалитеттары бүлде.
Видеола – һәйкәлде урынлаштырыу мәленән күренештәр.
Фотоның авторы: Gerrit Kouwenhoven. Шәхси эш, CC BY-SA 4.0.