16 октябрҙә Башҡортостандан VIII-X класс уҡыусылары араһынан талантлы 33 бала «Ҙур тәнәфес» Бөтә Рәсәй конкурсы финалына үтеп, «Артек» халыҡ-ара балалар үҙәгенә юлланды!
Балалар үҙҙәренең белемен, төрлө мәсьәләләрҙе стандарт булмаған алымдар менән сисеү оҫталығын күрһәтеп, ҡатмарлы һайлап алыу турын үтеп, бөтә Рәсәй кимәлендә Башҡортостандың намыҫын яҡлаясаҡ. Алда уларҙы бай программа көтә: кейстарҙы сисеү, оҫталыҡ дәрестәре, билдәле шәхестәр менән осрашыуҙар, яңы танышыуҙар көтә.
X класс уҡыусылары араһында «Ҙур тәнәфес» еңеүселәре белем алыу һәм үҙ аллы уҡып белемеңде арттырыу өсөн 1 миллион һумлыҡ сертификат һәм юғары уҡыу йорттарына ингәндә ҡаҙаныштар портфолиоһына өҫтәмә балл аласаҡ. Ә призерҙарға белем алыу өсөн 200 мең һум әҙерләнгән. Шулай уҡ VIII – X класс уҡыусылары араһында еңеүселәр – 200 мең һум, ә призерҙар – 100 мең һумлыҡ сертификаттар менән бүләкләнәсәк.
Балаларҙы Артекҡа оҙатып барыу өсөн «Бала саҡ навигаторҙары» исеме йөҙөндә Ауырғазы районы муниципаль координаторҙары, шулай уҡ Дәүләкән һәм Ауырғазы райондарының тәрбиә һәм үҙ-ара эш итеү буйынса директорҙар кәңәшселәре юлланды.
Командабыҙға уңыштар, илһам һәм оло еңеүҙәр теләйбеҙ! Һәр кем үҙенең һәләттәрен күрһәтеүен, баһалап бөткөһөҙ тәжрибә туплауын һәм наградалар менән генә түгел, ә сағыу тәьҫораттар менән дә ҡайтыуын теләп ҡалабыҙ.