Салауат районы Арҡауыл ауылы мәктәбенең йәшелсә баҡсаһы яҙҙан көҙгә тиклем гөрләп тора. Бында балалар нимә генә үҫтермәй! Кишер, ташҡабаҡ, кукуруз, тәмләткес үләндәр түтәл-түтәл булып теҙелеп ултыра. Улар үҫтергән сәскәләр тирә-яҡҡа йәм бирә. Көҙ еткәс, уҡыусылар уңышты йыйып һаҡлауға һала.
Уҡыусылар “Башинком” предприятиеһының “Тере тупраҡ” проекты буйынса эшләй. Был проект уларға биология, агрономия буйынса яңы белемдәр өҫтәй. Уҡыусылар сәләмәтлеккә файҙа килтерә торған, витаминдарға һәм минераль матдәләргә бай йәшелсә үҫтерергә өйрәнә.
Видеояҙмала Арҡауыл мәктәбенең баҡсаһы буйлап экскурсия күрһәтелә.
Ә һеҙҙең мәктәптә баҡса бармы?