Уҡыусы балаларҙың күбеһе мәктәп ашханаһы ризығын ярата. Башҡортостан Фәндәр академияһының Стратегик тикшеренеүҙәр институты былтыр үткәргән социологик һорашыу, мәҫәлән, республика уҡыусыларының 83 процентының ашхана аштарынан тулыһынса ҡәнәғәт йә нигеҙҙә ҡәнәғәт булыуын күрһәткән. Бөрйән районы Байназар мәктәбе уҡыусылары, моғайын, ошо 83 процентҡа инәлер, сөнки уларға ризыҡты оҫта ашнаҡсылар әҙерләй. Ашнаҡсылар көнө уңайынан Байназар мәктәбендә үткән ярыш тураһында уҡытыусы Сәйҙә Сәйәхова яҙып ебәргән:
Мәһәҙей, Мораҙым, Яуымбай филиалдарын үҙ эсенә алған Байназар урта мәктәбендә Ашнаҡсы көнө үтте (был көн 20 октябрҙә билдәләнә). Байназарҙа аш-һыу оҫталары дүртенсе тапҡыр тәжрибә уртаҡлашты, бешеренеү буйынса ярышты.
Һөнәри байрам күп яңы башланғыстар, проекттар авторы – Байназар мәктәбе директоры Йәмил Ҡотлобаев инициативаһы менән үтте. Унда аш-һыу әҙерләүгә маһир, эш нескәлектәрен, ризыҡ әҙерләү технологияларын тәрәнтен белгән иң яҡшы аш-һыу оҫталары ҡатнашты. Мәһәҙей филиалы коллективы сараны үткәреү өсөн яуаплы булды.
Байназар мәктәбенең уҡытыу-тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары Гөлнәзирә Иванова конкурсты асты, шунан “Ҡыҙыл бәрхәт” бәлешен әҙерләү һәм бешереү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Ярышыусылар ҙа ошо бәлеште бешерҙе.
Тәрбиәүи эш буйынса директор урынбаҫары Эльмира Муллағолова етәкселегендәге баһалама ағзаларының күңелде күтәрерлек матур һүҙҙәре ашнаҡсыларҙы дәртләндерҙе.
Конкурс барышын йыр-моң биҙәне. Мәһәҙейҙәр йырланы, бейене.
Мәһәҙей мәктәбенең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Зинира Хәсәнова ҡатнашыусыларҙан ашнаҡсы һөнәренә ҡағылышлы викторина һорауҙарына яуап алды.
Иң һуңынан тәмле ризыҡтарҙан һығылып торған өҫтәлдә сәй табыны ойошторолдо.
Мәктәп ашнаҡсылары, йәш быуындың һаулығын ҡайғыртып, сифатлы, тәмле ризыҡтар бешерә. Әлеге сарала иһә улар тәжрибә уртаҡлашты, оҫталыҡтарын арттырҙы.
Сәйҙә СӘЙӘХОВА.
Бөрйән районы Байназар мәктәбе.