Бөгөн таңғы 4-тә Өфөнөң Юғары вольтлы урамында “Дэу Нексиа” автомобиле ағасҡа бәрелгән.
Руль артында колледж уҡыусыһы булған. Ул ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.
Өс көн элек Стәрлетамаҡта ВАЗ-2107 аварияға осрағайны. “УАЗ Патриот” менән бәрелешеп, ВАЗ-дың 17 йәшлек водителе урынында уҡ һәләк булғайны, ә 16 йәшлек пассажиры ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылғайны.
Йүнләп машина йөрөтә белмәгән үҫмерҙәрҙең таныҡлыҡһыҙ руль артына ултырыуы арҡаһында һәләкәт осраҡтары бик йышайып китте.
Башинформ таҫмаһынан.
ДАИ видеояҙмаһы һәм фотоһы.