+6 °С
Ямғыр
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Октябрь , 11:50

Башҡортостанда “ЕТЕГӘН” полилингваль йыйыны бара

Күп тел өйрәнергә яратҡан балалар “Аҡсарлаҡ” лагерына йыйылды. Бында “ЕТЕГӘН” полилингваль проектының йыйыны үтә.

Башҡортостанда “ЕТЕГӘН” полилингваль йыйыны бара
Башҡортостанда “ЕТЕГӘН” полилингваль йыйыны бара

“ЕТЕГӘН” – ул башҡорт, рус, туған телдәр һәм сит телдәр өйрәтелгән үҙенсәлекле мәктәп. Балалар Башҡортостан, Рәсәй һәм донъя халыҡтарының мәҙәниәтен өйрәнә.

Проект тел мөхитенә баш-көллө сумыу мөмкинлеген бирә. Балалар бөтә республиканан йыйылған тиҫтерҙәре менән таныша, тел белеүселәр менән аралаша, блог алып барыу серҙәрен өйрәнә.

Биш көнлөк программа эштән генә тормай, әлбиттә. Балалар ял итә, күңелле сараларҙа ҡатнаша.

“ЕТЕГӘН” 2022 йылдан бирле балаларҙы йыя. Быйылғыһы байтаҡ ваҡытты медиа йүнәлешенә  бүлә, сөнки күп балалар цифрлы технологиялар ҡуллана. Блогинг дәрестәре һәм махсус ҡорамалдар балаларға телдәрҙе үҙләштереү генә түгел, цифр донъяһы ҡоралдарын өйрәнеү мөмкинлеген дә бирә.

Лагерҙа асыҡ дәрестәр, оҫталыҡ дәрестәре, күнекмәләр  үтә. Рус, башҡорт, инглиз телдәрендә тренингтар, интенсивтар, ижади оҫтаханалар үткәреү ҡаралған. Балалар медиа, ваҡытлы матбуғат баҫмалары һәм блогинг өлкәләренән ҡыҙыҡлы шәхестәр менән осрашасаҡ.

“ЕТЕГӘН”дә ҡатнашыусылар һаны йылдан йылға арта бара. 2022 йылда 60 бала килһә, 2024 йылдан башлап унда 120 уҡыусы ҡатнаша.

Башҡортостан Мәғариф министрлығында әйтеүҙәренсә, проект уҡыусыларҙың ғына түгел, уларҙың ата-әсәләренең, уҡытыусыларҙың, ғалимдарҙың, журналистарҙың да ҡыҙыҡһыныуын тыуҙырған. Башҡортостан тәжрибәһенә Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә иғтибар итәләр. Күп телдәрҙә уҡытыу – хәҙерге замандағы халыҡ-ара мәғарифта мөһим йүнәлештәрҙең береһе ул.

Башҡортостан һуңғы йылдарҙа полилингваль белем биреү буйынса Рәсәй лидерҙары иҫәбенә инә, “ЕТЕГӘН” проекты уға был йүнәлеште үҫтерергә булыша.

Фото: Башҡортостан Мәғариф министрлығы.

Сығанаҡ: “Молодежная газета” баҫмаһы.

Башҡортостанда “ЕТЕГӘН” полилингваль йыйыны бара
Башҡортостанда “ЕТЕГӘН” полилингваль йыйыны бара
Башҡортостанда “ЕТЕГӘН” полилингваль йыйыны бара
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас: