-2 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Октябрь , 12:57

Башҡортостан ҡыҙҙары Силәбелә “Урал гүзәле” конкурсында еңде

Силәбе ҡалаһында Эмма Тимерғәзина исемендәге  “Урал гүзәле” балалар матурлыҡ һәм традициялар милли конкурсына йомғаҡ яһағандар.

Башҡортостан ҡыҙҙары Силәбелә “Урал гүзәле” конкурсында еңде
Башҡортостан ҡыҙҙары Силәбелә “Урал гүзәле” конкурсында еңде

10–12 йәшлектәр араһында Башҡортостандың бәләкәй гүзәлкәйҙәре призлы урындар алған.

1-се урында – ФӘРИТОВА Дилбәр (Баймаҡ районы Сосновка ауылы)

2-се урында – ҒӘППӘСОВА Йәсминә (Учалы районы)

3-сө урында – САФИНА Нәдиә (Сибай ҡалаһы).

Ә 5-6 йэшлек балалар араһында Башҡортостандын Сибай ҡалаһынан Айлина СӘҒӘҘӘТОВА 1-се урынға лайыҡ булған.

Ярышта ҡатнашыусылар “Визит карточкаһы”, “Ижади номер” этаптарында сығыш яһаған. Нәфис һүҙ конкурсында башҡорт телен белеү кимәлен һәм актерлыҡ һәләттәрен күрһәткәндәр.

Ҡатнашыусыларҙың күптәре тарихи боронғолоҡ сағылып торған кейемдәрҙә сығыш яһаған. Шулай уҡ стилләштереп тегелгән башҡорт күлдәктәре менән дә милли традицияларыбыҙҙы күрһәткәндәр.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас: