Стәрлетамаҡ ҡалаһының Яр буйы биҫтәһендә 1050 уҡыусылыҡ яңы мәктәп һалына. Төҙөүселәр уны киләһе уҡыу йылы башланыуға тапшырырға йыйына.
Мәктәпте “Гамма” 1-се белем биреү үҙәге тип атарға йыйыналар. Унда балалар 3-сө синыфтан программалау һәм робот техникаһы нигеҙҙәрен, ә 5-сенән физика, химия өйрәнә башлар тигән пландар ҡорола.
Сығанаҡ: Башинформ.