-2 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Ноябрь , 16:16

III Бөтә Рәсәй «Тарихты һаҡлаусылар» слеты старт алды

Был проект битараф булмаған үҫмерҙәрҙе һәм уларҙың остаздарын берләштерә, ә слет тәжрибә уртаҡлашырға, ҡаҙаныштары менән уртаҡлашырға һәм киләсәккә тағы ла грандиоз пландар билдәләргә мөмкинлек бирә», ― тип Һыҙыҡ өҫтөнә алды Рәсәй Геройы, «ЮНАРМИЯ» ның Баш Штабы начальнигы, Беренсе Хәрәкәт идараһы рәйесе урынбаҫары Владислав Головин.Ул, «Тарих Һаҡсылары» проекты активистары Рәсәй федерацияһы оборона Министрлығы менән берлектә мәңгелек ут менән 928 мемориал, 3431 хәтер уты, 5802 һәйкәл һәм обелиск, шулай уҡ 7843 хәрби ҡәберлек тәртипкә килтергән, тип өҫтәне.

III Бөтә Рәсәй «Тарихты һаҡлаусылар» слеты старт алды
III Бөтә Рәсәй «Тарихты һаҡлаусылар» слеты старт алды

Сараны Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ярҙамында республикабыҙҙың «ЮНАРМИЯ» һәм БЕРЕНСЕЛӘР ХӘРӘКӘТЕ ойошторҙолар. Слётта илебеҙҙең 74 регионынан йыйылған 14-17 йөшлек үҫмерҙәр һәм уларҙың остаздары ҡатнаша.
572 ҡатнашыусыны Республикабыҙҙың мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин һәм Йәштәр сәйәсәте министрлығы етәксеһе Вито Сабиров сәләмләнеләр.
- Бындай ҙур һәм әһәмиәте киң булған осрашыуҙар кәрәк. Йәш быуындың тарихты дөрөҫ итеп һаҡлап ҡалыу теләге һәм киләсәккә илебеҙҙең тарихын нисек булған шулай килеш еткереү өҫтөндә эшләүе ҙур ғорурлыҡ тойғоһо уята. Беҙҙә республика башлағы Радий Фәрит улы ҡушыуы буйынса, Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына ҡарата бик күп ҡәберлектәр, иҫтәлекле урындар тәртипкә килтерелде. Был эште уҡыусылар, студенттар башҡарып сығыуы тағы ла нығыраҡ һөйөндәрә. Беҙҙең киләсәгебеҙ балаларҙа! Илебеҙҙең патриоотары һеҙ. Рәхим итегеҙ! – тип сәләмләне слеттың ҡатнашыусыларын Мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин.

Шулай уҡ сараға Бөтә Рәсәй балалар-үҫмерҙәр хәрби-патриотик Юнармия йәмәғәт хәрәкәтенең баш штабы начальнигы, Рәсәй Федерацияһы Геройы Владислав Головин килгән ине.
Был проект битараф булмаған үҫмерҙәрҙе һәм уларҙың остаздарын берләштерә, ә слет тәжрибә уртаҡлашырға, ҡаҙаныштары менән уртаҡлашырға һәм киләсәккә тағы ла грандиоз пландар билдәләргә мөмкинлек бирә», ― тип Һыҙыҡ өҫтөнә алды Рәсәй Геройы, «ЮНАРМИЯ» ның Баш Штабы начальнигы, Беренсе Хәрәкәт идараһы рәйесе урынбаҫары Владислав Головин.
Ул, «Тарих Һаҡсылары» проекты активистары Рәсәй федерацияһы оборона Министрлығы менән берлектә мәңгелек ут менән 928 мемориал, 3431 хәтер уты, 5802 һәйкәл һәм обелиск, шулай уҡ 7843 хәрби ҡәберлек тәртипкә килтергән, тип өҫтәне.
-Сараның тантаналы өлөшөндә ҡунаҡтарға республикабыҙҙың мәҙәниәте менән таныштырыу йәһәтенән матур концерт күрһәтелде һәм слеттың тематик майҙансыҡтары үҙ эшен башланы. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы һәм Ватанды Һаҡлаусы Йылы патриотик берләшмәнең үҫеше өсөн айырыуса мөһим кңренеш.
- Балалар Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән 18 меңдән ашыу иҫтәлекле урынды шефлыҡҡа алды ла инде. Улар үҙҙәренең территорияһын төҙөкләндерә, остаздар етәкселегендә экскурсиялар ойоштора. Слет тәжрибә уртаҡлашыуҙың һәм проекттың артабанғы эшмәкәрлеген планлаштырыуҙың мөһим нөктәһе буласаҡ, сөнки үткәнебеҙ тураһында тарихи хәҡиҡәтте һаҡлау ― балаларҙың да, өлкәндәрҙең дә уртаҡ эше», ― тине Рәсәй Геройы, Беренсе хәрәкәт идараһы рәйесе Артур Орлов.

Слёт сиктәрендә Ҡатнашыусылар Рәсәй Геройҙары менән осрашасаҡ, оҫталыҡ дәрестәренә һәм экскурсияларға барасаҡ, тарихи мәғлүмәттәр менән эшләү тураһында беләсәк, шулай уҡ 2026 йылға «Тарих Һаҡсылары» проектының эшмәкәрлек планын әҙерләйәсәк. Фекер алышыу майҙансыҡтары алты йүнәлештә эшләйәсәк: II «Хәтер Архитектураһы» архитектура формалары Конкурсы, «Остазлыҡ», «Почетлы ҡарауыл» «Булышлыҡ итеү – ирекмәнлектең бер сағылышы», «Йәш корреспонденттар»,«Лидерҙар». Кискә, килгән йәш дуҫтарыбыҙҙы «Союз студияһы» тарфынан өҙерләнгән «Тарихи меломан» интерактив программа көтә.

Иртәгә лә килгән ҡунаҡтарыбыҙҙы һәм ҡатнашыусыларҙы төрлө мастер-класстар һәм экскурсиялар көтә. Ноябрҙың етеһенә тиклем барған был әһәмиәтле сарала «Рәсәй - минең тарихым»тарихи мультимедиа паркына, милли республика архивына һәм республикабыҙҙың Евразия күсмә цивилизациялар музейына экскурсия ойоштороласаҡ.

III Бөтә Рәсәй «Тарихты һаҡлаусылар» слеты старт алды
III Бөтә Рәсәй «Тарихты һаҡлаусылар» слеты старт алды
III Бөтә Рәсәй «Тарихты һаҡлаусылар» слеты старт алды
III Бөтә Рәсәй «Тарихты һаҡлаусылар» слеты старт алды
III Бөтә Рәсәй «Тарихты һаҡлаусылар» слеты старт алды
III Бөтә Рәсәй «Тарихты һаҡлаусылар» слеты старт алды
III Бөтә Рәсәй «Тарихты һаҡлаусылар» слеты старт алды
III Бөтә Рәсәй «Тарихты һаҡлаусылар» слеты старт алды
Автор: Зиля Галлямова
Читайте нас: