Бөгөн III Бөтә Рәсәй «Тарихты һаҡлаусылар» слетында ҡатнашыусы бер төркөм уҡыусылар Еңеү паркында булды.
Бөтә Рәсәй балалар-үҫмерҙәр хәрби-патриотик Юнармия йәмәғәт хәрәкәтенең Баш штабы начальнигы, Рәсәй Федерацияһы Геройы Владислав Головин Мәңгелек утҡа сәскә һалыу тантанаһында Юнармия сафындағы уҡыусылдарҙы сәләмләп-
- Беҙ бында Ватанды Һаҡлаусыларҙың рухы алдында, уларҙың батырғына ихтирамыбыҙҙы белдереп килдек һәм Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы айҡанлы батырҙарыбыҙҙың яҡты иҫтәлегенә тап төшөрмәй тарихты һаҡлап,киләсәк быуынға еткереүҙе бурыс итеп алдыҡ-тине.
Илебеҙҙең төрлө ҡалаларынан килгән «Тарих Һаҡсылары» мәңгелек утҡа сәскә һалыуға ҙур яуаплылыҡ менән ҡарыны. Уларҙың ҡарашында, үҙҙәрен тотоуында үҫмерҙәрҙең юғары кимәлдәге әҙерлеге, тәрбиәһе асыҡ сағыла ине.
Сараға килгән халыҡ араһында бындай күренешкә һоҡланып ҡарап тороусы Надежда Владимир ҡыҙының фекере күҙҙәрендә йәш менән сыҡты:
- Элек беҙ пионер,комсомол булдыҡ. Беҙҙең заман уҡыусылары ла шулай уҡ тарихты ныҡ ихтирам итеп йәшәне. Юнармия йәмәғәт хәрәкәтенең булыуы беҙҙең йөрәктәргә ниндәйҙер кимәлдә өмөт бирә, тимәк беҙҙең киләсәк бар. Элекке пионерҙар юлы дауам ителә икән,тимәк илебеҙҙә рухлы балалар һаны артасаҡ ҡына - тине ул Мәңгелек утҡа сәскә һалырға килгән балаларға һоҡланыу белдереп.