-2 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Ноябрь , 17:24

Башҡортостан уҡыусылары “Оҙон тәнәфес”тә уңышлы сығыш яһаны

“Артек” халыҡ-ара балалар үҙәгендә “Оҙон тәнәфес” Бөтә Рәсәй конкурсының алтынсы миҙгеле тамамланды. Йомғаҡлау этабында илдең 79 төбәгенән 1500 өлкән синыф уҡыусыһы йыйылды.

Башҡортостан уҡыусылары “Оҙон тәнәфес”тә уңышлы сығыш яһаны
Башҡортостан уҡыусылары “Оҙон тәнәфес”тә уңышлы сығыш яһаны

8–10-сы синыф уҡыусылары араһында үткән һынауҙарҙа Өфөнөң 98-се мәктәбе уҡыусыһы Игорь ВАТОЛИН 1-се дәрәжә лауреат булды. Ә “Твори” төркөмөндә ул – абсолют еңеүсе.

2-се дәрәжә лауреатлыҡ дипломдары менән бүләкләнеүселәр:

Есения ХӘБИБОВА (93-сө физика-математика лицейы),

Мария РОМАНОВА (21-се лицей),

Арслан ШАМИЛОВ (38-се мәктәп),

Илдар СӘЛИХОВ һәм Элеонора СӘЛИХОВА (101-се мәктәп),

Егор СЕЛЕДЦОВ (91-се гимназия),

Нәирә СОЛТАНОВА  (51-се белем биреү үҙәге).

Алтынсы миҙгел конкурс этаптарының бөтәһендә лә “Хыялдан ҡаҙаныштарға” тигән тема ҡаралды. Эштәрҙең күбеһе Бөйөк Ватан һуғышының 80 йыллығына һәм быуындар иҫтәлегенә бағышланды.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас: