-2 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Ноябрь , 16:03

Беҙҙең физиктар олимпиаданан миҙалдар менән ҡайтҡан

Башҡортостан уҡыусылары эксперименталь физика буйынса халыҡ-ара олимпиадала 5 миҙал алған! Эксперименталь физика буйынса XIII Халыҡ-ара олимпиада 26 октябрҙән 3 ноябргә тиклем  Мәскәүҙә барған. Унда Рәсәйҙең 16 төбәгенән һәм Беларустан килгән уҡыусылар ҡатнашҡан. Башҡортостан командаһы 8 баланан торған, шуларҙың бишеһе миҙаллы урындар яулаған.

Беҙҙең физиктар олимпиаданан миҙалдар менән ҡайтҡан
Беҙҙең физиктар олимпиаданан миҙалдар менән ҡайтҡан

Ярыш өс турҙа үткән, турҙарҙың һәр береһендә икешәр эксперименталь мәсьәлә сисергә кәрәк булған. Ҡатнашыусылар теория белеүҙе генә түгел, лаборатория ҡорамалдары менән оҫта эш итеүҙе лә күрһәткән.

8–9-сы синыф уҡыусылары араһында  Камский Сергей (Өфөнөң 83-сө инженерлыҡ лицейы) алтын миҙал алыуға өлгәшкән. Шул уҡ төркөмдә Иҫәнбаев Владислав (Сибайҙың 9-сы лицейы) бронзалы булған.

10–11-се синыфтар ярышында көмөш миҙалды Өфө уҡыусыһы Ғилманов Тимур (93-сө физика-математика лицейы) менән Мәләүез районынан Спирин Роман (3-сө гимназия) эләктергән. Ә бронзаны өфөлө Александров Тигран (83-сө инженерлыҡ лицейы) алған.

Фото:  МАОУ "Физико-математический лицей №93"

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас: