+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
9 Ноябрь 2025, 12:01

#МУЗЫКАВМЕСТЕ проектының яңы клибы сыҡты

Волга буйы федераль окргугының #МУЗЫКАВМЕСТЕ проектын “Как молоды мы были” тигән йыр дауам итә. Был йырҙың авторҙары – композитор Людмила Пахмутова һәм шағир Александр Добронравов. Бөгөн, 9 ноябрь, Пахмутованың тыуған көнө, премьераны шул ваҡиғаға бәйләгәндәр.

#МУЗЫКАВМЕСТЕ проектының яңы клибы сыҡты#МУЗЫКАВМЕСТЕ проектының яңы клибы сыҡты
#МУЗЫКАВМЕСТЕ проектының яңы клибы сыҡты

Проектта округтың 14 төбәгенең артистары ҡатнаша. “Как молоды мы были” йырын башҡарыусылар араһында – Башҡортостандан бард Рәмил Бәҙәмшин.

Проект 7 йырҙан торасаҡ. Тәүгеһе “Течет река Волга” йыры булып, унда беҙҙең музыканттар Арыҫлан Оморҙаҡов менән Тимур Аҡсурин ҡатнашҡайны.

Проекттың  авторы – продюсер, музыкант Тимур Ведерников.

Клип:  #МУЗЫКАВМЕСТЕ проекты.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас