

Кешеләр ниндәй темалар менән ҡыҙыҡһына?
Иң күп һорауҙар юлдарға (1746), торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа (1106), төҙөкләндереүгә (847) ҡағыла.
Мәғариф темаһына 553 һорау алынған.
Балалар һәм үҫмерҙәр ҙә һорауҙар ебәргән.
*Өфө ҡалаһынан Солтанморат Ғиззәтуллин тигән биш йәшлек малайҙың, ҡасан башҡортса йәнһүрәттәр күрһәтә башлаясаҡтар, тиеүенә Радий Хәбиров, улар әле үк бар, тип яуапланы. Башлыҡ билдәле рәссам Камил Буҙыҡаевтан малайҙың портретын эшләтергә һәм рәссамдан Яңы йыл бүләге итеп Солтанморатҡа ебәреүен һорарға вәғәҙә итте.
*Бәләкәстәр Башҡортостан Башлығының Яңы йыл шыршыһына барырға теләк белдерҙе. “Шыршыға эләгәбеҙ. Бөтәһен лә эшләрбеҙ”, – тине Радий Фәрит улы.
Респулика Башлығы балаларҙың, үҫмерҙәрҙең уҡыуына, һаулығына, ялына, үҫешенә ҡағылышы һорауҙарға яуап бирҙе.
*Яңы мәктәптәр төҙөү дауам итәсәк.
*Әбйәлил районы Михайловка ауылы мәктәбендә спортзал мәсьәләһе хәл ителәсәк. 2021 йылда уҡ авария хәлендә тип табьлған бинаны ремонтлау мөмкин булмаһа, моғайын, модулле зал ҡуйылыр.
*Благовещен ҡалаһында өс колледжды бер эре комплексҡа берләштереү ҡарала.
*Өфөнөң Дим районында “Орион” балалар ижады һарайын ремонтлау быйыл йыл аҙағына тамамланасаҡ.
*Туймазылағы балалар өсөн махсус реабилитация үҙәге капиталь ремонт программаһына индерелә.
*Башҡортостанда координация-медиаторлыҡ үҙәге булдырып, уны балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн профориентация мәсьәләләре буйынса осрашыуҙар урыны итеп файҙаланыу тәҡдиме әйтелде. Радий Фәрит улы билдәләүенсә, был эш бара, ә проектты БР Хеҙмәт министрлығы ҡарауына алырға кәрәк.