

Был егеттәр китапханаға “Аманат” журналын алырға ингән.
Балаларҙың ялға журнал алып ҡайтып уҡырға теләүен ишеткәс, китапханасы Әлфиә Мөхтәр ҡыҙы Килдеғолованың күңеле күтәрелеп, дәртләнеп, эшләгеләре килеп киткән!
Йылайыр районы Матрай ауылы мәктәбе уҡыусылары “Аманат” менән дуҫлығын дауам иткәнгә беҙ ҙә бик шатландыҡ!