

Был законда әйтелеүенсә, уҡыу йортон тамамлап сыҡҡан йәш табиптар һәм шәфҡәт туташтары кәм тигәндә өс йыл дауаханаларҙа һәм поликлиникаларҙа эшләргә тейеш була. Был осор һайланған специальнось буйынса махсуслаштырылған тәүге аккредитацияны үтеү тип һаналасаҡ.
Киләһе йылдан медицина юғары уҡыу йорттарында урындарҙың 70 проценты маҡсатлы йүнәлтмә буйынса биреләсәк, ҡалғаны – ғәҙәттәге тәртипкә ярашлы. Ординатурала уҡыу тулыһынса маҡсатлы булып ҡаласаҡ.
Сығанаҡ: Башинформ.