Яңы Мораптал ауылының Баязит Бикбай исемендәге мәктәбендә йәш һәләттәргә ошо ауылда тыуып үҫкән яҙыусы, рәссам Йәдкәр Бәширов премияһы бирелә. Балалар бик әһәмиәтле уңыштары һәм ҡаҙаныштары өсөн ике номинацияла аҡсалата дәртләндерелә: һүрәт төшөрөү өлкәһендә өлгәшелгәндәр һәм ғилми-ғәмәли конференция йомғаҡтары буйынса.
Яңы Таймаҫта Рәшит Солтангәрәев исемендәге гимназияла интернационалист яугир Илсур Мәҡсүтов исемендәге премия булдырылған. 1 мең һумлыҡ премия йыл аҙағында һәр отличникка тапшырыла. Уны биш йыл рәттән алырға мөмкин. Был премия тик Илсур Мәҡсүтов исемендәге синыф гимназистарына ғына тәғәйенләнгән.
2016 йылдан башлап йыл да Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ профессоры, педагогия фәндәре докторы Рәйсә Дәүләтбаева Яҡшымбәт мәктәбенең һәләтле уҡыусыларына 5 мең һум аҡса бүлә. Был мәктәптә башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеүҙә уңыштар яулаған балааларға район башҡорттары ҡоролтайы премияһы ла тапшырыла.
Сығанаҡ: Көйөргәҙе районы хакимиәте.