Жюри Борай таланттарының сығыштарын юғары баһаланы. Балалар I, II һәм III дәрәжә дипломдар, шулай уҡ конкурстың махсус призын алып ҡайтып китте.
“Һеҙ – мәктәп ғорурлығы! Балҡығыҙ һәм яңы үрҙәр яулауығыҙҙы дауам итегеҙ! Был уңыш тағы бер тапҡыр шуны иҫбат итте: Борай районы үҙен республика кимәлендә күрһәтергә әҙер талантлы йәштәргә бай”, – тине мәктәп директоры Ирина Камилйәнова.
Йәш таланттар конкурс-фестивале Башҡорт дәүләт аграр университетында “Йәштәр һәм балалар” милли проекты сиктәрендә үтте.
Сығанаҡ: Борай район хакимиәте.
#молодёжь_и_дети #йәштәр_һәм_балалар