-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Ноябрь , 18:49

Ергәндә уҡыусылар хоҡуҡтарын өйрәнде

Йәштәр һәм балалар. Мәләүез районы Ергән ауылында уҡыусылар “Хоҡуҡтарыңды бел, бурыстарыңды ла онотма” тигән хоҡуҡ мәғлүмәте уйынында ҡатнашты. Кисә, 20 ноябрҙә, Бөтә донъя бала хоҡуҡтары көнө  билдәләнде. Ергәндә үткән уйын нәҡ ошо көнгә бағышланды.

Ергәндә уҡыусылар хоҡуҡтарын өйрәнде
Ергәндә уҡыусылар хоҡуҡтарын өйрәнде

Бала хоҡуҡтарын яҡлау маҡсатында ҡабул ителгән тәүге документ –  БМО-ның Бала хоҡуҡтары тураһындағы конвенцияһы.  Ергән уҡыусылары уның барлыҡҡа килеү тарихы менән танышты. Артабан уларҙың  үҙ хоҡуҡтарын нисек белеүе тикшерелде. Бының өсөн балалар ике командаға бүленде. Улар кроссвордтар, ребустар систе, хоҡуҡтарҙы бурыстарҙан айыра белеүен күрһәтте, тест-викторина һорауҙарына яуап бирҙе, киң билдәле әкиәттәрҙә геройҙарҙың хоҡуҡтарын боҙоу осраҡтары тураһында фекер алышты.

Бына шулай уйнай-уйнай, күңелле итеп, балалар хоҡуҡтарын һәм бурыстарын өйрәнде. Аңға ошо рәүешле һалынған белемдәр хәтерҙә ныҡлы һаҡланыусан була.

Сара ”Йәштәр һәм балалар” милли проекты сиктәрендә ойошторолдо.

Сығанаҡ: Мәләүез район хакимиәте.

 

#молодёжь_и_дети  #йәштәр_һәм_балалар

Ергәндә уҡыусылар хоҡуҡтарын өйрәнде
Ергәндә уҡыусылар хоҡуҡтарын өйрәнде
Ергәндә уҡыусылар хоҡуҡтарын өйрәнде
Ергәндә уҡыусылар хоҡуҡтарын өйрәнде
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас: