Дөрөҫ туҡланыу ҡағиҙәләрен балалар беләме? Белһә, үтәйме? Уҡыусыларҙы хәстәрләп, Күмертау ҡалаһы мәктәптәрендә Сәләмәт туҡланыу аҙналығы үткәрелгән. Уҡытыусылар, медицина хеҙмәткәрҙәре балаларға дөрөҫ туҡланыу тураһында лекциялар һөйләгән, оҫталыҡ дәрестәре, интерактив уйындар үткәргән. Балалар туҡланыуҙың һаулыҡҡа һәм уҡыуға, өлгәшеүгә нисек тәьҫир иткәнен белгән. Уларға ҡоро-һары фаст-фудтың, татлы газлы һыуҙарҙың ни тиклем зыянлы, йәшелсә-емештең файҙалы икәнен аңлатҡандар.
Мәктәптәрҙә ойошторолған сәләмәт туҡланыу күргәҙмәләрендә балалар һәм уларҙың ата-әсәләре ниндәй ризыҡтар әҙерләп булғанын күргән.
Сәләмәтлек өсөн, туҡланыуҙан тыш, физик хәрәкәт тә, көн тәртибен тотоу ҙа мөһим.
Мәктәптәрҙәге Сәләмәт туҡланыу аҙнаһы “Йәштәр һәм балалар” милли проекты сиктәрендә үткән.
Сәғанаҡ: Күмертау ҡала хакимиәте.
#йәштәр_һәм_балалар