+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
22 Ноябрь 2025, 08:35

Мишкәнең 2-се мәктәбендә сәләмәтлек аҙналығы булды

Оҙайлы һәм әүҙем тормош. Мишкә ауылының 2-се күп профилле полилингваль мәктәбе уҡыусылары дөрөҫ туҡланыу аҙналығында күп яңылыҡтар белеп ҡалды.

Мишкәнең 2-се мәктәбендә сәләмәтлек аҙналығы булдыМишкәнең 2-се мәктәбендә сәләмәтлек аҙналығы булды
Мишкәнең 2-се мәктәбендә сәләмәтлек аҙналығы булды

Мишкә ауылының 2-се күп профилле полилингваль мәктәбе уҡыусылары дөрөҫ туҡланыу аҙналығында күп яңылыҡтар белеп ҡалды.

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты маҡсаттарына ярашлы ойошторолған аҙналыҡта төрлө синыф уҡыусылары үҙҙәренең уҡытыусылары менән бергә ҡатнашты. Сара барышында балалар ҡыҙыҡлы викториналарҙа, дискуссияларҙа ҡатнашты. Һәр береһе үҙ уйҙарын, фекерҙәрен әйтте, һорауҙар бирҙе. Балалар сәләмәт һәм матур булыу, көслө булып үҫеү өсөн туҡланыуҙың мөһимлеген яҡшы аңланы.

Сығанаҡ: Мишкә район хакимиәте.

#продолжительная_и_активная_жизнь

#оҙайлы_һәм_әүҙем_тормош

Мишкәнең 2-се мәктәбендә сәләмәтлек аҙналығы булды
Мишкәнең 2-се мәктәбендә сәләмәтлек аҙналығы булды
Мишкәнең 2-се мәктәбендә сәләмәтлек аҙналығы булды
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас