+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
23 Ноябрь 2025, 08:36

Яңауылдар "Алтын Трезини" яулаған

“Алтын Трезини” – донъяла архитектура дизайны өлкәһендәге берҙән-бер премия. Ул сәнғәт төрө булараҡ архитектураға бик ҙур өлөш индергән өсөн бирелә. Премия 2018 йылда Петербургтың беренсе архитекоры Доменико Трезини (1670–1734) хөрмәтенә булдырылған. (Архитектор йә дизайнер булырға теләгән үҫмерҙәр, быны белеп ҡуйығыҙ. Яулайһы үрҙәр күп ул).

Яңауылдар "Алтын Трезини" яулағанЯңауылдар "Алтын Трезини" яулаған
Яңауылдар "Алтын Трезини" яулаған

Быйыл “Алтын Трезини” конкурсының 8-се миҙгеле үтте. Яңауылдың ҡала мөхитен үҙгәртеү проекты премия лауреаты булған. Был урын Яңауылдың тыуған яҡты өйрәнеү музейы тирәләй йыһазландырылған. Музей биләмәһе менән ҡала паркы берләштерелгән. Бында хатта “Хәтирәләр урманы” бар. Унда мәктәпте тамамлаусылар киләсәккә теләктәрен яҙасаҡ. Яҙып ҡалдырыр тарихы булған һәр кем үҙ һүҙҙәрен теркәй ала был бағаналарға. Ә “Ваҡыт шкафы” ҡала һәм райондың тарихы, шәхестәре тураһында һөйләүсе интерактив стенд буласаҡ.

Өс йыл элек Белорет ҡалаһының яңыртылған “Офоҡ артына атла” паркы һәм яр буйы биләмәләре “Алтын Трезини” премияһының “Алтын диплом”ын яулағайны.

Тәбиғәт матурлығы менән кеше оҫталығы  ниндәй зауыҡлы урындар барлыҡҡа килтерә!

Радий Хәбиров һәм Институт развития городов тг-каналдарынан.

Фотоларҙа: тәүге 4 фотола - Яңауыл; артабанғы 4 фотола - Белорет.

Яңауылдар "Алтын Трезини" яулаған
Яңауылдар "Алтын Трезини" яулаған
Яңауылдар "Алтын Трезини" яулаған
Яңауылдар "Алтын Трезини" яулаған
Яңауылдар "Алтын Трезини" яулаған
Яңауылдар "Алтын Трезини" яулаған
Яңауылдар "Алтын Трезини" яулаған
Яңауылдар "Алтын Трезини" яулаған
Яңауылдар "Алтын Трезини" яулаған
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас