

Сит ил мессенджерҙары, белеүебеҙсә, беҙгә глобаль селтәрҙә хәүефһеҙлек тәьмин итмәй. Шул арҡала интернет аша һәр төрлө уғрылар, аферистар, енәйәтселәр ябырыла. Үҙебеҙҙә закон күҙәтеүе аҫтында эш иткән мессенджерға ихтыяж йылдан-йыл арта барып, ниһайәт, быйыл Max тигән милли мессенджер сыҡты.
Уны VK компанияһы Ростех һәм Рәсәй Цифрлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы менән берлектә эшләгән. Мах ҡушымтаһының серверҙары Рәсәйҙә урынлашҡан. Шуға сит ил уғрылары унда иркенләп, хужа булып, беҙҙе талап, кәмһетеп, алдап йөрөй алмай. Ундайҙар килеп сыҡһа, тиҙ арала бикләү сараһы күрелә.
Дәүләт ҡатнашлығында эш иткән һәм тотош Рәсәй халҡын солғаған проектҡа “Дәүләт хеҙмәттәре” кеүек дәүләт сервистары беркетелгәс, ул ябай мессенджер ғына булып ҡала алмай. Шулай булғас, унда ҡулланыусыларҙың мәғлүмәттәрен һаҡлау ҙа тейешле дәрәжәлә ойошторолалыр. Һәр хәлдә платформаны камиллаштырыу дауам итә.
Мах тотороҡло эшләй, интерфесында бер артыҡ нәмә лә юҡ, ул аңлайышлы, ябай, уңайлы. Мах ниндәйҙер алгоритмдарын көсләп таҡмай, “тик һеҙгә генә” тигән йыйылмаларын тәҡдим итеп йонсотмай, нисек тә һеҙҙең иғтибарҙы йәлеп итергә тырышып көсәнмәй, реклама роликтары менән һөжүм итмәй. Унда ығы-зығы юҡ. Унда тыныс. Шылтыратыу, чаттар, видео, төркөмдәр, каналдар – һәммәһе эшләй.
Мах социаль селтәр генә булып ҡалмай, ә цифрлы экосистемаға әйләнәсәк. Йәғни Мах һәр кем өсөн иң кәрәкле һәм иң файҙалы сервис буласаҡ.