“Оҙон тәнәфес” – Беренселәр Хәрәкәтенең алдынғы проекты. 2025 йылдан башлап ул “Йәштәр һәм балалар” милли проектының бер өлөшө булып тора. “Оҙон тәнәфес”тә ҡатнашыусы командалар белем биреү мөхите өсөн эшләгән проекттары менән ярыша. Туймазы балалары остаздары менән бергәләп үҙ проектын эшләне, унан һуң Красноярск ҡалаһында уны эксперттар алдында яҡланы.
“Был еңеү – беҙҙең районда балаларҙың талантлы, аҡыллы һәм маҡсатҡа ынтылышлы булыуын раҫлай, ә педагогтарҙың һәм етәкселәрҙең эшмәкәрлеге был таланттарға тотош Рәсәй кимәлендә асылырға ярҙам итә”, – тине Туймазы район хакимиәте башлығы Булат Мусин.
Сығанаҡ: Туймазы район хакимиәте.
#молодёжь_и_дети #йәштәр_һәм_балалар