

24 ноябрҙә Мәскәүҙә үткән йыйында ирекмәнлектәге яңы йүнәлеш менән таныштырҙылар – тимурсылар хәрәкәте башланып тора. Хәрәкәт Аркадий Гайдарҙың “Тимур һәм уның командаһы” повесында һүрәтләнгән ваҡиғаларға һәм совет традицияларына нигеҙләнә. Ил буйлап тимурсылар әүҙем эшмәкәрлек алып бара ла инде.
Сарала Беренселәр Хәрәкәте идараһының рәйесе, Рәсәй Геройы Артур Орлов, РФ Дәүләт Думаһы депутаты, Добро.рф экосистемвһы етәксеһе Артем Метелев, “Рәсәй Йәштәр союзы”ның патриотик эш бүлеге начальнигы Анатолий Панов, Беренселәр Хәрәкәтенең Мәскәү төбәк бүлексәһе советы етәксеһе Надежда Куранина, балалар яҙыусыһы Виктория Татур, МХО ветерандары, Беренселәр Хәрәкәтенең Мәскәү һәм Курск өлкәһе төбәк бүлексәләре ағзалары ҡатнашты.
Йыйында Курск өлкәһенән килгән балалар үҙҙәрендә МХО яугирҙәре ғаиләләренә, күскенселәргә, мохтаждарға үҙҙәре теләп ярҙам итеүе тураһында һөйләне һәм хәрәкәтте тотош ил күләменә таратырға саҡырҙы. Нәҡ яҙыусы Аркадий Гайдарҙың тыуған төбәгендә – Курск өлкәһендә был башланғыстың шулай киң ҡолас алыуының тәрән мәғәнәгә эйә булыуы, үҫеп килгән быуындың шәплеге, балаларҙың аҡыллы, талантлы, көслө рухлы булыуы тураһында һөйләне Артем Метелев.
Тимурсылар отрядтары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғиләләренә, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, шулай уҡ Тыуған илде һаҡлап һәләк булғандарҙың ғаиләләренә даими ярҙам күрһәтеү менән шөғөлләнәсәк. Ғөмүмән, ярҙамға мохтаждарҙың һәр ҡайһыһына булышыуҙан да баш тартмай улар.
Отрядҡа 14–25 йәшлек үҫмерҙәр һәм йәштәр ҡабул ителә. 2025/26 уҡыу йылында трек Рәсәйҙең 10 төбәген солғаясаҡ.
Сығанаҡ: Добро.рф-тың матбуғат хеҙмәте.