

Саҡмағош ауылының 1-се мәктәбе уҡыусылары “Сәләмәт булыр заман” тигән тренинг үтте.
Китапханала ойошторлған был фәһемле сара “Оҙон һәм әүҙем ғүмер” милли проекты маҡсаттарына яраҡлы булды.
Балалар иҫерткес эсемлектәрҙең, тәмәкенең, наркотиктарҙың кеше организмына ни тиклем емерткес йоғонто яһауын белде. Улар насар ғәҙәттәрҙең яҡшыларынан нимә менән айырылыуына төшөндө. Сарала уҡыусылар уйындар, күнекмәләр, мәсьәләләр эшләү, видеояҙмалар ҡарау, темаға ярашлы әҙәби күҙәтеү аша файҙалы белемдәр алды. Спорт, сәләмәт тормош тураһында күп һорауҙарға яуаптар ишетте улар.
Уҡыусылар үҙ ҡылыҡ-ғәмәлдәренең эҙемтәләрен күҙалларға, сәләмәт тормошҡа ынтылырға кәрәклеген аңланы.
“Халыҡҡа, бигерәк тә йәштәргә, алкоголизмды, тәмәке тартыуҙы, наркоманияны иҫкәртеү өлкәһендә белем биреү, сәләмәт тормоштоң бөтә яҡтары буйынса әҙәбиәтте пропагандалау район китапханалары эшенең айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Китапхана сараларында йәштәр файҙалы мәғлүмәт ала, тема буйынса әҙәбиәт менән таныша, уйындарҙа һәм викториналарҙа ҡатнаша, шулай итеп тема буйынса алынған мәғлүмәтте нығыта. Бөгөн сәләмәт тормош буйынса тренингта балалар күп яңылыҡтар һәм ҡыҙыҡлы нәмәләр белде, белемдәрен тикшерҙе, насар ғәҙәттәр тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашты, уйындарҙа һәм күнекмәләрҙә берҙәм ҡатнашты, видеороликтар ҡараны», – ти китапханасы Гөлназ Бикташева.
Сығанаҡ: Саҡмағош район хакимиәте.
#продолжительная_и_активная_жизнь
#оҙон_һәм_әүҙем_ғүмер