-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Ноябрь , 12:53

Стәрлебаш ҡыҙҙары Бөтә Рәсәй конкурсында икенсе урын алды

Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү. Стәрлебаш районының уҡыусы ҡыҙҙары “Мәктәп стартабы” Бөтә Рәсәй конкурсында икенсе урын алды.

Стәрлебаш ҡыҙҙары Бөтә Рәсәй конкурсында икенсе урын алды
Стәрлебаш ҡыҙҙары Бөтә Рәсәй конкурсында икенсе урын алды

Стәрлебаш районының уҡыусы ҡыҙҙары “Мәктәп стартабы” Бөтә Рәсәй конкурсында икенсе урын алды.

Сараны Рәсәй Ауыл йәштәре союзы менән берлектә Россельхозбанк үткәргән. Балаларҙы ауылда эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә ҡыҙыҡтырыуға йүнәлтелгән сара “АПК-ға кадрҙар” федераль проекты маҡсаттарына тап килә, ә был проект “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” милли проекты сиктәрендә бара.

Уҡыусылар Самира Туҡтарова, Карина Ғимазова, Милана Ҡурамшина башҡарған проект өйҙә ваҡ ҡына тәмләткес үләндәр үҫтереү (микрозелень) темаһына арналған. Ауыл балалары өсөн йәшелсә үҫтереү ят түгел, улар йорт баҡсаһында эш рәтен белеп үҫә.

Проект буйынса ҡыҙҙар руккола, борсаҡ, редис һәм гәрсис сәсә. “ВКонтакте” селтәрендә эштәрен хуплаусылар өсөн төркөм булдыралар, унда эш барышы менән таныштырып торалар. Үҫеп килгән уңышты һатып алырға теләүселәр ҙә табыла. Яратҡан шөғөлдәре уларға федераль этапты еңел генә үтеү мөмкинлеген бирә. Көтмәгәндә улар конкурстың финалына ла эләгә.

Бөтә Рәсәй конкурсында ҡыҙҙар еңең яулаған өсөн баҡса кәрәк-ярағы һәм мини-йылытма менән бүләкләнә. Бүләкте балалар Стәрлебаш ауылындағы Ижад йортона тапшырырға ҡарар итә.

Был ҡыҙҙар өсөн дә, минең өсөн дә бик яҡшы тәжрибә булды. Беҙ башҡа төбәктәрҙең сығыштарын тыңланыҡ һәм агросәнәғәт өлкәһенең ни тиклем күп төрлө һәм ҡыҙыҡлы булыуына хайран ҡалдыҡ. Баҡтиһәң, ҡабаҡтан тәмле кәнфиттәр, сублимацияланған морс эшләргә, хатта ашарға яраҡлы сәскәләр үҫтерергә мөмкин. Беҙ был саранан бик илһамландыҡ һәм киләһе йылға тема өҫтөндә уйлайбыҙ”, – ти команданың остазы Мария Черненко.

Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы.

 

#кадры_в_АПК #агротехклассы

#АПК-ла кадрҙар #агротехсиныфтар

Стәрлебаш ҡыҙҙары Бөтә Рәсәй конкурсында икенсе урын алды
Стәрлебаш ҡыҙҙары Бөтә Рәсәй конкурсында икенсе урын алды
Стәрлебаш ҡыҙҙары Бөтә Рәсәй конкурсында икенсе урын алды
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас: