+24 °С
Дождь
Яңылыҡтар
25 Ноября 2025, 12:08

Уҡыусылар ауыл хужалығын өйрәнә

Аҙыҡ-түлек именлеген тәьмин итеү. Кушнаренко районы уҡыусылары фермерҙар һәм аҙыҡ-түлек етештереүселәр менән осрашты. Улар ауыл хужалығында ҡулланылған заманса алымдар һәм технологиялар менән танышты.

Уҡыусылар ауыл хужалығын өйрәнәУҡыусылар ауыл хужалығын өйрәнә
Уҡыусылар ауыл хужалығын өйрәнә

“Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” милли проекты маҡсаттарына ярашлы, “Мин Агрола” проекты сиктәрендә үткән сарала балалар ауыл хужалығы компаниялары эшмәкәрлегенең үҙенсәлектәре, инновацион технологияларҙы һәм етештереүҙең экологик ысулдарын файҙаланыуға индереү перспективалары тураһында белде. Ойоштороусылар аграр тармаҡта эшләйәсәк хеҙмәткәрҙәр үҫешенә булышлыҡ иткән профессиональ мөхиттең мөһимлеген билдәләне. Тәжрибәле белгестәр балаларға консультация бирҙе. Уҡыусылар тематик локацияларҙа һәм оҫталыҡ дәрестәрендә булды.

“Мин Агрола” тигән проектты Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы тормошҡа ашыра. Проекттың төп маҡсаты – балаларҙа ауыл хужалығына ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, буласаҡ белгестәрҙең үҫеше өсөн кәрәкле шарттар тыуҙырыу. Бигерәк тә өлкән синыф уҡыусылары менән эшкә ҙур иғтибар бирелә. Улар ауыл хужалығы предприятиеларына экскурсияларға алып барыла, заманса технологиялар менән таныша һәм уҡыу йорттарын тамамлағандан һуң эшкә урынлашыу мөмкинлектәрен өйрәнә.

Сығанаҡ: Кушнаренко район хакимиәте.

 

Обеспечение_продовольственной_безопасности

Аҙыҡ-түлек_именлеген_тәьмин_итеү

Уҡыусылар ауыл хужалығын өйрәнә
Уҡыусылар ауыл хужалығын өйрәнә
Уҡыусылар ауыл хужалығын өйрәнә
Уҡыусылар ауыл хужалығын өйрәнә
Уҡыусылар ауыл хужалығын өйрәнә
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас