Ишембай районының “Йәш техник” балалар ижады һарайында тәрбиәләнеүселәр балалар инженерлыҡ фестивалендә үҙҙәрен күрһәтеп ҡайтты.
Өфөлә “Берлога” Милли киберфизик платформаһында үткән фестивалгә технологик түңәрәктәрҙә шөғөлләнгән 500-ләп бала һәм педагог килгәйне. Улар араһында республика Инженер мәктәбе ҡатнашыусылары, Бөтә Рәсәй программа яҙыу турниры финалсылары ла булды.
Сара “Йәштәр һәм балалар” милли проекты маҡсаттарна яуап бирә ине.
“Диагност робот” кейсында ҡатнашыусылар тимер юл торошон баһалау өсөн булдырылған һәм етешһеҙлектәрҙе таба белгән роботлы системаны күрһәтте. Ишембай уҡыусылары командаһы – “Хыял командаһы” номинацияһында, “Роботтар лигаһы” командаһы “Алдынғы идея”ла диплом яуланы. “Техностайл” ҡыҙҙары “Киберфизика” кейсында, милли кейем элементтарын ҡулланып, аҡыллы кейемдәр теккәйне һәм ҡатнашыусы дипломына эйә булды.
Фестиваль сиктәрендә Бөтә Рәсәй программа яҙыу турниры ла үтте. Унда Башҡортостандан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән 20 команда ҡатнашты. Уларҙың һәр береһенә 5–11-се синыф уҡыусылары һәм колледждар студенттары ингән. Ишембай Балалар ижады һарайының “КиберФорс” командаһына тәүге өсәү иҫәбенә инеү өсөн әҙ генә мәрәй етмәне. Ни хәл итәһең – дүртенсе урын да насар түгел.
Фестиваль техник фәндәрҙе популярлаштырыу һәм Рәсәйҙең технологик үҫеше өсөн кәрәкле йәш инженерҙарҙы үҫтереү өсөн мөһим ваҡиға булды.
Сығанаҡ: Ишембай районының мәғариф идаралығы.
#молодёжь_и_дети #йәштәр_һәм_балалар