-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Ноябрь , 19:42

Күмертауҙа йәш дипломаттар форумы үтте

“Йәштәр һәм балалар”. Күмертау ҡалаһында Бөтә Рәсәй йәш дипломаттар форумы үтте. Ул Кәрим Хәкимовтың (1890–1938)  тыуыуына 135 йыл тулыуға арналды, темаһы “Милли мәҙәниәттәр дипломатияһы” тип аталды.

Күмертауҙа йәш дипломаттар форумы үтте
Күмертауҙа йәш дипломаттар форумы үтте

Күмертау ҡалаһында Бөтә Рәсәй йәш дипломаттар форумы үтте. Ул Кәрим Хәкимовтың (1890–1938)  тыуыуына 135 йыл тулыуға арналды, темаһы “Милли мәҙәниәттәр дипломатияһы” тип аталды.

Түңәрәк ҡорҙа Кәрим Хәкимовтың Советтар Союзы менән Сәғүдиҙәр дәүләте араһындағы бәйләнештәрҙе үҫтереүгә индергән өлөшө тураһында уй-фекерҙәр менән уртаҡлашырға мөмкин булды.

Балалар дипломатия темаһына тәҡдим ителгән уйындарҙа ҡатнашты, “Ҡыҙыл паша”  тигән әҙәби композиция ҡараны.

Еңеүселәргә дипломдар һәм бүләктәр тапшырылды.

Сығанаҡ: Күмертау ҡалаһы хакимиәте.

#молодёжь_и_дети #йәштәр һәм балалар  

Күмертауҙа йәш дипломаттар форумы үтте
Күмертауҙа йәш дипломаттар форумы үтте
Күмертауҙа йәш дипломаттар форумы үтте
Күмертауҙа йәш дипломаттар форумы үтте
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас: