-10 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Ноябрь , 12:17

Асҡар мәктәбендә Герой партаһы асылды

Йәштәр һәм балалар. Әбйәлил районы Асҡар ауылының 1-се мәктәбендә ошо белем усағын тамамлаған Ринат Солтанов иҫтәлегенә хәтер таҡтаташы менән Герой партаһы асылды. Ринат Солтанов 2024 йылда махсус хәрби операция барышында һәләк була.

Асҡар мәктәбендә Герой партаһы асылды
Асҡар мәктәбендә Герой партаһы асылды

Әбйәлил районы Асҡар ауылының 1-се мәктәбендә ошо белем усағын тамамлаған Ринат Солтанов иҫтәлегенә хәтер таҡтаташы менән Герой партаһы асылды. Ринат Солтанов 2024 йылда махсус хәрби операция барышында һәләк була.

Сараға Ринат Солтановтың әсәһе, ҡатыны, ҡыҙы килде. Герой партаһын асыу мәле бигерәк күңелгә үтерлек булды. Ринаттың әсәһе менән ҡәрҙәше япманы асып ебәргәс, парта артына беренсе булып  ултырыу хоҡуғы батырҙың ҡыҙы Рианаға бирелде.

Был таҡтаны асып, беҙ исемде мәңгеләштереп кенә ҡалмайбыҙ. Беҙ хәҙерге һәм киләсәк быуындарға ябай, әммә бик мөһим фекерҙе еткерергә тырышабыҙ: геройҙар беҙҙең арабыҙҙа йәшәй. Ринаттың тормошоябай, яҡшы кешенең тарихы. Әммә Ринаттың холҡонда һәр ваҡыт ҡыйыулыҡ, бурыс тойғоһо һәм үҙ иленә ысын, тәрән һөйөү йәшәне.  Тап ошо сифаттары уны 2024 йылда махсус хәрби операция зонаһына алып килә. Ул 2024 йылдың ноябрендә Селидово ҡалаһы янында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була. Үҙ ғүмерен ҡорбан итеп, ул иптәштәрен һәм беҙҙең тыныс тормошто яҡлай. Уның батырлығы юғары наградалар “Батырлыҡ өсөн миҙалы һәм “Батырлыҡордены менән билдәләнә. Әммә иң ҙур бүләк беҙҙең хәтер”, – тине Әбйәлил район хакимиәте башлығы Айрат Әминев.

Сығанаҡ: Әбйәлил район хакимиәтенең мәғариф бүлеге.

#молодёжь_и_дети #йәштәр һәм балалар  

Асҡар мәктәбендә Герой партаһы асылды
Асҡар мәктәбендә Герой партаһы асылды
Асҡар мәктәбендә Герой партаһы асылды
Асҡар мәктәбендә Герой партаһы асылды
Асҡар мәктәбендә Герой партаһы асылды
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас