Республика инженерлыҡ лицей-интернатында «Әсәй шатлығы» тигән фотоконкурс үткәрелде. Ул Әсәләр көнөнә арналды.
Фотоконкурс ғаиләләрҙе нығытыу, балаларҙа әсәйҙәренә һөйөү һәм рәхмәт тойғолары тәрбиәләү маҡсатын ҡуйҙы. Ғаилә ҡиммәттәрен баһаларға, ғаиләлә йылылыҡ һәм ҡот һаҡлаусы әсәйҙәрҙең ҡәҙерен белергә өйрәтеү мөһим.
Беренсе урынды Ҡарағоловтарҙың һәм Багаевтарҙың фотоһүрәттәре яуланы.