-10 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Ноябрь , 13:01

Яңы йыл күстәнәстәре әҙерләнә

Күп балалы ғаиләләрҙең 14 йәшкә тиклемге балаларына Яңы йыл күстәнәстәре әҙерләнә. Бүләктәрҙе балаларға 15 ғинуарҙан һуң  “Ғаилә” үҙәктәре һәм социаль ярҙам хеҙмәткәрҙәре таратасаҡ.

Яңы йыл күстәнәстәре әҙерләнә
Яңы йыл күстәнәстәре әҙерләнә

Бүләк биреү шарттарына ярашлы, күп балалы ғаиләләрҙәге балаларҙың кәм тигәндә бишеһе бәлиғ булмаған йәштә булырға тейеш. Йәнә уллыҡҡа алынған йә бағыусылыҡтағы балаларға, шулай уҡ Донецк, Луганск, Херсон, Запорожьенан һәм Украинаның айырым территорияларынан, Сүриә Ғәрәп Республикаһынан ваҡытлыса  йәшәүгә килгән балаларға ла күстәнәстәр биреләсәк.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас