-10 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Ноябрь , 17:02

Балалар бала хоҡуҡтары тураһында һөйләште

17 ноябрҙә Өфөлә Вуз-ара кампустағы “Ҡайнау нөктәһе”ндә Бала хоҡуҡтары буйынса Башҡортостан Вәкиле ҡарамағындағы Балалар йәмәғәт советында йыйын үтте. “Бала саҡты һаҡлайбыҙ” тигән сарала Балалар йәмәғәт советының 4-се саҡырылышына ингән уҡыусылар ҡатнашты.

Балалар бала хоҡуҡтары тураһында һөйләште
Балалар бала хоҡуҡтары тураһында һөйләште

Йыйын балаларҙың тормошон яҡшыртыуға хеҙмәт итерлек идеялар һәм эшләнмәләр майҙансығына әүерелде. Ҡатнашыусылар бала хоҡуҡтарын яҡлау эшмәкәрлегенә баш-көллө сумды, көнүҙәк проекттар һәм Вәкилдең стратегик программалары буйынса фекер алышты.

Балалар йәмәғәт советы ағзалары өсөн оҫталыҡ дәрестәре үтте. Унда үҫмерҙәр проект менеджменты һәм команда булып эшләү күнекмәләренә өйрәнде.

Власть вәкилдәре менән тура диалог алып барыу мөмкинлеге Совет эшенең мөһим үҙенсәлеге булды.

Йәмәғәт ярҙамсылары үҙҙәренең эш тәжриәбләре менән уртаҡлашты. Нефтекама, Дыуан, Яңайыл, Благовар райондарынан килгән белгестәр үҙ эшмәкәрлеге тураһында һөйләне.

Сығанаҡ: Бала хоҡуҡтары буйынса РФ Президенты ҡарамағындағы Вәкил.

Балалар бала хоҡуҡтары тураһында һөйләште
Балалар бала хоҡуҡтары тураһында һөйләште
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас