-10 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Ноябрь , 15:26

Мәсетле уҡыусылары яугирҙәргә үлән сәйе әҙерләгән

Мәтрүшкә, мелисса, ҡырағай сейә япрағы, роза, бәрхәт үлән, пион таждары ҡушылған шифалы үлән сәйҙәре махсус хәрби операция зонаһындағы яугирҙәргә китәсәк. Был сәйҙе Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылының 1-се лицейы уҡыусылары әҙерләгән.

Мәсетле уҡыусылары яугирҙәргә үлән сәйе әҙерләгән
Мәсетле уҡыусылары яугирҙәргә үлән сәйе әҙерләгән

Балалар синыф етәкселәре, технология уҡытыусылары ярҙамында үләндәрҙе үҙҙәре йыйып киптергән. Үләндәр ҡатнашмаһына ҡара сәй ҙә өҫтәгәндәр. Бик тәмле, хуш еҫле, шифалы сәй килеп сыҡҡан.

Технология уҡытыусыһы сәйҙе зип-ҡаптарға тултырырға өйрәткән. Сәйле ҡаптарҙың һауаһын һурҙырып вакуумлағандар. Бөтәһе 1200 ҡап хасил булған.

“Йәштәр һәм балалар” милли проектының “Беҙ бергә” федераль проекты маҡсаттарына ярашлы үткән сара МХО яугирҙәренә балаларҙың ҡулынан килгән тиклем ярҙамы булып тора.

Был сара  ирекмәнлек хәрәкәтен үҫтерергә һәм балаларҙа патриотизм, ярҙамсыллыҡ, изгелек һәм йомартлыҡ кеүек мөһим сифаттарҙы тәрбиәләргә ярҙамлаша”, – ти синыф етәксеһе Лилиә Әбүбәкирова.

Сығанаҡ: Мәсетле районы хакимиәте.

#молодёжь_и_дети  #йәштәр һәм балалар  

Мәсетле уҡыусылары яугирҙәргә үлән сәйе әҙерләгән
Мәсетле уҡыусылары яугирҙәргә үлән сәйе әҙерләгән
Мәсетле уҡыусылары яугирҙәргә үлән сәйе әҙерләгән
Мәсетле уҡыусылары яугирҙәргә үлән сәйе әҙерләгән
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас